Таныш түгел таныш кешеләрем. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Таныш түгел таныш кешеләрем


Аҙашҡаның юҡмы автобуста
Юл төшкәне юҡмы тиҫкәре?
Ә минең - бар: таныш башҡаланың
Өркөткәйне яп-ят биҫтәһе.

Таш шырлыҡта аҙаным да ҡалдым:
Ят биналар, төптө ят халыҡ.
Хәбәрҙәре хатта башҡа төҫлө,
Урам эстәре лә - ят ҡалып.

Баҡһаң, мегаполис тигәнең дә
Түгел икән тотош һинеке,
Үҙең йәшәр, эшләр мөхитең бар,
Ғәҙәтләнгән урам бер-ике.

Иртә һайын осрай бер үк йөҙҙәр -
Таныш түгел таныш кешеләр,
Улар ҙа шул айҙар, йылдар буйы
Бер үк юлдан саба эшенә.

Урамдарҙы нурлар нурлылар бар -
Тап булһалар, шатлыҡ тояһың
Оҙаҡ ҡына күренмәһә кемдер
Борсолоп та уйлап ҡуяһың.

Һаулыҡ ҡушмай, һаулыҡ алмай ғына
Таныйбыҙ ҙа, уҙып китәбеҙ,
Уйланиһәң, бергә ҡайнашҡандар
Бер ауыллыҡ ҡына бөтәбеҙ.

Күҙ өйрәнгән ошо кешеләрҙе
Осратырҙы беләм ҡай юлда.
...Мин ҡалала түгел, йәшәп ятам
Өфө тигән оло ауылда.

Олоғаябыҙ бергә, үҙгәрәбеҙ...
Юғалтабыҙ, ҡыйып бәғерҙе..
Таныш түгел таныш кешеләрем,
Өфөм менән һеҙ ҙә - ҡәҙерле!


2015